Ғөрөф-ғәҙәттәр йолаға әйләнә Бер мәл ғалимдар кешеләр араһында тикшереү үткәреп, уларға йәшәү мәғәнәһе нимәлә тигән һорау бирә. Улар күп төрлө яуаптар ала, шулар араһында «йолаларға эйәреү» тигәне беренсе урындарға сыға. Йәғни, кешегә үҙен ниндәйҙер халыҡ вәкиле итеп тойоу, халҡының ниндәйҙер йолалары бар икәнен, үҙенең шул йолаларҙы теүәл, дөрөҫ итеп үтәүе мөһим. Эйе, йолаларҙы һаҡлау, йолаларға эйәреү бик мөһим. Ә беҙҙең байрам көнө былай үтәсәк. Һәр кем үҙ ғәиләһендә ниндәй ғөрөф ғәҙәттәр һайлана һәм ул борондан киләме шулар хаҡында таныштырып үтәсәк. Уларҙың ғәиләһендә ниндәй байрам ғаил байрамына әйләнгән һәм ниндәй аҙыҡ ошо күркәм байрамдың түрендә һәр саҡ була. Һәм шулай уҡ ғәиләнең матур тормошо, йәмғиәт өсөн оло терәклеге хаҡында әңгәмәләшәсәкбеҙ.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.